Көҙгө-ҡышҡы муллыҡ айҙарының йәмле биҙәге, һөйөнөслө хеҙмәт байрамы булған был өмә – халҡыбыҙҙың беҙҙең көндәргә ҡәҙәр килеп еткән төп ғөрөф-ғәҙәттәренең береһе. Был байрамды ҙурлап, йәмле итеп үткәреү Саҡмағош районының Көсәкәй ауылында йәшәүсе Сафиуллиндар ғаиләһендә хәҙер инде матур бер традиция булып китте. Улар йыл һайын туғандарын, күршеләрен һәм дуҫтарын ҡаҙ өмәһенә йыялар. Ҡаҙҙарҙың йоно йолҡолоп эшкәртелгән арала йортта шаян һүҙ, уйын-көлкө, күңелле әңгәмәләр һәм әлбиттә инде, йыр-моң тынып торманы. Халҡыбыҙҙа элек-электән табиғи һулыҡта, йылғаларҙа йыуылған ит тағы ла тәмләнә тигән ышаныу йәшәй. Ҡаҙҙарҙы таҙартыу эштәре тамамланғас, өмәселәр ҡаҙ түшкәләрен көйәнтәләргә элеп, һыу буйына сайҡатырға-йуырға алып төштөләр. Йола буйынса йәш ҡыҙҙар һыу юлында ҡаҙ ҡанаттарын сәсеп барҙылар. Был ғөрөф-ғәҙәт киләһе йылда ошо һуҡмаҡтарҙан ҡаҙҙар ишле, күп булып йөрөйәсәгенә ишара итә.
Ә инде бөтә эштәр башҡарылғас өмәҙә ҡатнашыусылар милли риҙыҡтарҙан, ҡамыр һәм таба аштарынан һығылып торған сәй табыны артында һыйланып, хужаларға киләһе йылда ла аҙбар-ҡуралары тулы булып, йорт-ихаталарында ошондай муллыҡ хакимлыҡ итеүен теләнеләр.