САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
11 Декабрь 2019, 14:08

Ғүмер һуҡмағынан бергә

Ғүмер көҙөнә пар ҡанатың менән инеү, балалар, ейән-ейәнсәрҙәр рәхәтен парлап татыу – оло бәхет. Дөмәй ауылында йәшәүсе Лилә һәм Йәүҙәт Имаевтар ғаиләһе 50 йылдан артыҡ бергә иңде-иңгә терәшеп, матур ғүмер кисерә.
Ғаилә башлығы Йәүҙәт Ғәҙетдин улы 1963 йылда хеҙмәт юлын «ДТ-54» тракторында эшләй башлап. Артабан ауыл уңғанына «Биш партизан» колхозында механик, звеновод, агроном, ферма мөҙире кеүек яуаплы вазифаларҙы башҡарырға тура килә. Шуны ла билдәләргә кәрәк, бәләкәйҙән хеҙмәттә сынығып үҫкән Й.Имаев Дөмәй МТМ мөҙире булып эшләгән осорҙа өс йыл рәттән урып-йыйыу ваҡытында комбайнға ултыра. Улы Илдус комбайнсы ярҙамсыһы була. Комбайнсылар араһында 1985 йылда колхозда, 1986 йылда районда – беренсе, 1987 йылда икенсе урын яулай. «ВАЗ-2106» машинаһы менән бүләкләнә. «Биш партизан» колхозы таралғас, ул хеҙмәт юлын Ҡарабаш урмансылығында урмансы булып дауам итә һәм лайыҡлы ялға сыҡҡансы, йәшел ҡалҡанды һаҡлауға көс һала.
Янтуған ауылында тыуып-үҫкән Лилә Аҫылгәрәй ҡыҙы Баҙы-Ҡуян башланғыс мәктәбендә хеҙмәт юлын башлай. 1979 йылда Дөмәй урта мәктәбенә күсерелә һәм лайыҡлы ялға сыҡҡансы уҡыусыларға биология фәненән белем бирә. Белемен Камиллаштырыу маҡсатында ситтән тороп, Бөрө дәүләт педагогия институтының биология факультетын тамамлай.
Имаевтар өс бала үҫтерә, уларға белем алыуҙа ярҙам итеп, оло тормош юлына оҙаталар. Улдары Илдус Өфө ҡалаһындағы 21-се дауаханала нейрохирург булып эшләй. Ҡыҙҙары Гөлназ Дүртөйлөлә йәшәй, бухгалтер һөнәрен башҡара, Әлиә Саҡмағош районы эске эштәр бүлегендә хеҙмәт һала, полиция майоры.
Читайте нас: