САРМАНАЙ
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
11 Декабрь 2019, 18:25

Күргәҙмәләр – күңел биҙәге

Тоҙлыҡыуыш ауыл биләмәһенән һуң халыҡ ижады коллективтарының район фестивале эстафетаһын Ҡалмашбаш ауыл Советы үҙешсәндәре ҡабул итте. Республиканың 100 йыллыҡ юбилейына арналған “Башҡортостаным – ерем, йырлы төйәгем” тип исемләнгән был ижади бәйгегә биләмәгә ҡараган ауылдарҙа йәшәүсе төрлө йәштәге сәнғәт һөйөүселәр йәлеп ителгән. Улар был көндө концерт ҡарарға килеүсе яҡташтарына ысын мәғнәһендә күңелгә ял бирерлек тамаша бүләк иттеләр.

Шулай уҡ концерт тамашасылар һәм жюри иғтибарына тәҡдим ителгән көндө клуб фойеһында мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең күмәк көсө менән ойошторолған традицион милли йорт һәм ҡул эштәре күргәҙмәһе лә булдырылды. Унда Гүзәл Латипованың бәйләм әйберҙәре һәм сәскәләре, ҡурсаҡтары, Фәйрүзә Зиазетдинованың сигеүҙәре, төрлө материалдарҙан үрелгән кәрзиндәре, әкиәт персонаждары һындары, Мөнирә Сабитованың ынйы-сәйләндән үрелгән композициялары, Рәүис Сабитовтың ағастан эшләнгән көнкүреш кәрәк-яраҡтары һәм хәттә үҙе эшләгән тальян да лайыҡлы урын алған. Ә инде Ҡашҡар ауылынан Фәйрүзә Гәрәеваның был күргәҙмәлә лә тәҡдим ителгән кейеҙҙән баҫылған дизайнерлык эштәре хәҙер Өфө, республика кимәлендә дә танылыу яуланы. Күптән түгел ҡул эштәре оҫтаһы БСТ каналының иртәнге “Сәләм” тапшырыуында һәм 5-8 декабрь көндәрендә республика башҡалаһының БВК Экспо салонында “Уфа. Арт. Ремесла. Сувениры” күргәҙмәһендә район данын яҡланы. Ә был инде киләһе йылда республикала үтәсәк Бөтә донъя фольклориадаһында район үҙен лайыҡлы күрһәтәсәгенә йәнә бер дәлил.
Рәзилә Арыҫланова.
Читайте нас: