САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
10 Декабрь 2019, 11:47

Яҙылыусылар күп булды

Бөтә Рәсәй матбуғатҡа яҙылыу ун көнлөгө сиктәрендә мәҙәниәт-спорт комплексы фойеһында Әбүнәсе көнө үтте. Кушнаренко почта элемтәһе бүлеге хеҙмәткәрҙәре уға ҙур теләк һәм яуаплылыҡ менән әҙерләнделәр. Сарала мөмкин ҡәҙәр күберәк кеше киләһе йылдың беренсе яртыһына район гәзитенә яҙыла алһын өсөн мөмкин булғандың бөтөнөһөн дә эшләргә тырыштылар. Уларҙың тырышлығы бушҡа китмәне – район һәм республика баҫмаларына яҙылыусылар байтаҡ йыйылды.
Айгөл Вәлиева.

Читайте нас: