САРМАНАЙ
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
10 Декабрь 2019, 18:54

Төбәк Башлығы Р.Ф.Хәбиров: “Үҙебеҙ төҙөгән менән үҙебез ғорурланырлыҡ булһын ине, тип теләйем”

Бөгөн, 10 декабрҙә, Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров “Торатау” Конгресс-Холлында Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға һәм төбәктә йәшәүселәргә йыллыҡ Юллама менән мөрәжәғәт итте.

Сығышының тәүге минуттарында уҡ ул төбәктәге төп проблеманы билдәләне. Республика етәксеһе әйтеүенсә, төп бәлә – берҙәмлекнең булмауында. Әммә йәмғиәтте берләштереү, консолидацияләүгә таба йүнәлеш билдәләнгән. Арытаба ул Сибай ҡалаһындағы ғәҙәттән тыш хәл һәм уның һөҙөмтәләрен бөтөрөүҙә республика тарафынан күрһәтелгән ярҙам, республикаға инвестицияларның 15 процентҡа артыуына ирешеү, реаль хеҙмәт хаҡтары артыуы, власть органдарында коррупция осраҡтарына юл ҡуймау, йылға флоты эшсәнлеген тергеҙеү, Ҡуштауҙың артабанғы яҙмышы тураһындағы бәхәстәргә сик ҡуйылыуы тураһында һөйләне. Төбәк Башлығы “Инцидент” системаһында иң күп мөрәжәғәттәр һәм дәғүәләр темаһы булған медицина тармағына айырым туҡталды. Йыл дауамында республика дауаханаларына эшкә 600 табиб йәлеп ителгән. Башҡортостанда авиамайҙансыҡ эшләй һәм санитар авиация тергеҙелә. Хоспис төҙөлә, йөрәк-ҡан тамырҙары һәм онкология ауырыуҙарынан вафат булыусылар һаны аҙайған. Ауырыуҙарҙы дарыуҙар менән тәьмин итеү күләме икеләтә артҡан.

Юлламала шулай уҡ уҡыусыларҙы мәктәп ашханаларында туҡландырыу, Башҡортостанда Евразия федераль университетын булдырыу тураһында ла һүҙ барҙы. Торак-коммуналь хужалығы тармағы тураһында һөйләгәндә, төбәк Башлығы: “Беҙ был ҡатлаулы хужалыҡта әкренләп тәртип урынлаштырабыҙ”, – тине, был йәһәттән республикала бойомға ашырылған программаларға айырым туҡталды. Алданған өлөшселәр мәсьәләһе буйынса ла Башҡортстанда оҙаҡ йылдар фатир көткән 2000 гаилә тораҡлы буласаҡ, тине.

Йәмәғәтселекте борсоған йәмәғәт транспорты һәм легаль булмаған пассажир ташыусылар мәсьәләһенә туҡталып, “Был Техас түгел – ул үткәндәрҙә. Беҙ легаль эшләмәгәндәрҙе юл ситенә сығарып ырғытырға йыйынмайбыҙ, әммә улар элекке кеүек тә эшләмәйәсәк”, – тине.

Мөрәжәғәт барышында Радий Фәрит улы республикала ике яңы дәүләт бүләге – генерал Шәйморатов ордены һәм Өфөнөң беренсе губернаторы Григорий Аксаков ордены булдырылыуы тураһында ла һөйләне.

Мөрәжәғәттең байтаҡ һәм, әйтергә кәрәк, тулҡынландырғыс өлөшө ғәилә ҡиммәттәренә арналды. “Беҙ матди уңайлыҡтар һәм карьераны өҫтөнөрәк ҡуя башланыҡ. Әммә яңы автомобиль бала йылмайыунан да ҡиммәтрәк була аламы? Беҙ чайлдфри (балаларҙан азат булыу) хәрәкәтенең беҙҙең йәштәрҙең аңын томалауына юл ҡуймайбыҙ”, – тине төбәк етәксеһе һәм йәш парҙарҙы атай-әсәй булыу бәхете тураһында уйланырға саҡырҙы.

Республика Башлығы Мөрәжәғәтен: “Үҙебеҙ төҙөгән менән үҙебеҙ ғорурланырлыҡ булһын ине, тип теләйем. Әйҙәгеҙ, республика менән бергә үҫәбеҙ. Беҙ барыһын да булдырабыҙ. Алға, Башкирия! Вперед, Башкортостан!” тип тамамланы.
Рәзилә Арыҫланова әҙерләне.
Читайте нас: