САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
10 Декабрь 2019, 11:56

Марафонға әүҙем ҡушылып

Башҡортостанда “Еңеү салюты” халык ижаты фестивале сиктәрендә республика кимәлендәге “Еңеү” марафоны үткәрелә. Ул 7 ноябрҙә Өфөнөң Еңеү паркында старт алды. “Еңеү” штандарты һәм мәңгелек ут символы менән капсула был марафондың символдары тип ҡабул ителде.

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләү алдыннан ойошторолған был акция Ватаныбыҙҙың ҡаһарманлыҡ тарихын һәм хәрби данын ижади саралар ярҙамында пропагандалау, йәштәр күңелендә был Еңеүҙе яулаусы яугирҙәр иҫтәлегенә ҡарата хөрмәт тәрбиәләү, мәҙәни коллективтарҙы был ҙур байрамды үткәреүгә әҙерлеккә әүҙем ҡушылыуға йәлеп итеү маҡсаты менән бойомға ашырыла.

Ошо көндәрҙә Шишмә районында 7 район вәкилдәренең театрлаштырылған концерт программалары тәҡдим ителде. Унда Саҡмағоштың район мәҙәниәт йорто коллективы ла уңышлы сығыш яһаны.
Р.Арыҫланова әҙерләне.

Мәғлүмәт һәм фото сығанағы: район мәҙәниәт йорто сайты.
Читайте нас: