САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
10 Декабрь 2019, 11:31

Ил киләсәге – айыҡлыҡта

Яңы Ҡормаш ауылы халҡы «Айыҡ ауыл» республика конкурсында ҡатнашырға булды. Күңелдәген уртаға һалып һөйләшеү өсөн мәҙәниәт йортона күп кеше йыйылды. Башланғысты хупларға район хакимиәте башлығының иҡтисад һәм финанстар буйынса урынбаҫары Азат Исмәғилев, район Советы секретарыАйвар Танғатаров, белгестәр килде.
Ауыл халҡы бер тауыштан айыҡлыҡ яҡлы булыуын белдерҙе.
–Айыҡлыҡта ғына кешелектен киләсәге, – тип белдерҙе йыйылыусылар.
Яңыҡормаштар конкурста ҡатнашыу башланғысын берҙәм хупланылар. Уларҙың күпселеге айыҡ тормош яҡлы.
– Насар ғәҙәттәр беҙгә йәшәргә ҡомасауламаһын, эскеселектең балаларға, йәштәргә тиҫкәре йоғонтоһон беләбеҙ бит, – тип билдәләне ауыл биләмәһенең әйҙәүсе белгесе Лира Кәримова.
Сараның йомғаҡлау өлөшөндә мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре йөкмәткеле концерт менән сығыш яһаны. Конкурста ҡатнашыусылар йәштәргә күберәк иғтибар бирергә, уларҙы спортҡа, мәҙәни сараларға әүҙемерәк йәлеп итергә, тигән фекергә килде.
Беҙҙең хәбәрсе.
Читайте нас: