САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
10 Декабрь 2019, 11:25

Билдәһеҙ һалдат көнөнә бағышлап

Билдәһеҙ һалдат көнө – илебеҙ тарихында сағыштырмаса яңы иҫтәлекле дата. Ул Рәсәйҙә беренсе тапҡыр 2014 йылдың 3 декабрендә билдәләнде. Ватанды һаҡлап һәләк булған билдәһеҙ ҡаһармандарҙың илебеҙҙә һәм унан ситтә әлегә ҡәҙәр тейешенсә ерләнмәгәндәре лә күп.
Балалар китапханаһының уҡыу залында Билдәһеҙ һалдат көнөнә бағышланған Хәтер сәғәте үткәрелде. Баш китапханасы Рима Булатова «Азатлыҡ» клубы волонтерҙарына был датаның тарихы тураһында һөйләне. Эдуард Асадовтың шиғырҙары, Марк Бернес һәм Николай Носковтың йыр яҙмалары яңғыраны.
Баш китапханасы Лилиә Ҡадирова сараға «Мәңгелек хәтер уты» исемле күләмле композиция әҙерләне.
Беҙҙен хәбәрсе.
Читайте нас: