Балалар спорт мәктәбендә Илдус Насибуллин иҫтәлегенә бағышлап көрәш буйынса беренселек үтте. Илдус Фәүҙәт улы райондың иң көслө көрәшселәренән ине, республика чемпионаттарында, төрлө турнирҙарҙа күп тапҡырҙар еңеүсе булды. Һабантуй байрамдарында бер кемгә лә бил бирмәне.
Ярышта ҡатнашыусылар һәм буласаҡ чемпиондарҙы тәбрикләргә И. Насибуллиндың улы Илшат, республика көрәш федерацияһы президенты Вәкил Ильясов, спорт ветерандары Геннадий Калачев һәм Данил Ғәитов килде. Ярыштарҙа Шаран, Саҡмағош, Баҡалы, Илеш һәм Кушнаренко райондары көрәшселәре ҡатнашты.
Хужалар яҡшы ғына һөҙөмтәләр күрһәтте. Айрат Әхмәтов, Рузил Кәримов, Динар Хәмиҙуллин егерме һигеҙ, илле һәм илле биш килограмға ҡәҙәр ауырлыҡ категорияларында чемпион булдылар. Самир Насретдинов һәм Александр Ғәниев утыҙ өс һәм алтмыш килограмм ауырлыҡ категорияларында икенсе урынды алды.
Айнур Рафиҡов, Денислам Абдрахманов һәм Вилмир Фәхертдинов үҙ ауырлыҡ категорияларында маҡтау пьедесталының өсөнсө баҫҡысына күтәрелделәр.