САРМАНАЙ
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
9 Декабрь 2019, 13:42

Йәштәрҙе волонтерлыҡ эшмәкәрлегенә йәлеп итеү өсөн

5 декабрҙә илебеҙҙә билдәләнгән Ирекмәндәр көнөндә муниципаль райондың бөтә белем биреү учреждениеларында дәүләт йәштәр сәйәсәтенең өҫтөнлөклө “Йәштәрҙе волонтерлыҡ эшмәкәрлегенә йәлеп итеү” йүнәлеше буйынса тантаналы саралар үтте.

Саҡмағош гимназияһының “Үҫеш нөктәһе” һанлы һәм гуманитар йүнәлешле үҙәге ағзалары ошо айҡанлы Дөйөм Рәсәй кимәлендә үткән “Изгелек дәреҫтәре” акцияһына ҡушылды. Был сара ирекмәндәр хәрәкәтен популярлаштырыу, социаль үҙбилдәләнешкә һәм Рәсәй мәктәптәре уҡыусыларының гражданлыҡ әүҙемлеген үҫтереүгә булышлыҡ итеү маҡсатын күҙаллап үткәрелде.

Был көндө сарала ҡатнашыусылар иғтибарына тәҡдим ителгән “Киләсәк волонтерҙары” фильмы – әлеге акцияның айырылғыһыҙ өлөшө. Унда тәбиғәтте һаҡлауға үҙ өлөшөн индереүсе, сәләмәтлеге яғынан мөмкинлектәре сикле булған кешеләргә ярҙам итеүсе, йорт-хужалары булмаған хайуандар тураһында хәҫтәрлек күреүсе, файҙалы компьютер технологияларын уйлап табыусы һәм социаль селтәрҙәрҙе изгелек һәм татыу, берҙәм эшсәнлек энергияһын таратыу маҡсатында файҙаланыусы волонтер үҫмерҙәр эшмәкәрләге тураһында һүҙ барҙы.

Гимназияның 8-10 синыф уҡыусылары уны “Үҫеш нөктәһе” үҙәгендә ҡараны. Фильм тамамланғас улар онлайн режимында анкета һорауҙарына яуап бирҙеләр. Сара барышында уҡыусылар волонтерҙар эшмәкәрлеге менән ҡыҙыҡһыныуҙары һәм улар сафына ҡушылырға теләүҙәрен белдерҙе.

Райондың иң ҙур уҡыу йорттарының береһендә үткән сарала район мәғәриф бүлеге начальнигы М.Й.Нәбиева, гимназия директоры Р.Ф.Камилйәнов та ҡатнашты.
Сайтҡа Р.Арыҫланова әҙерләне.

Мәғлүмәт һәм фото сығанағы: Саҡмағош гимназияһы сайты.
Читайте нас: