САРМАНАЙ
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
9 Декабрь 2019, 17:39

Күҙ нурҙарын һала биҙәккә

Һәр ир-егет өй һалып, ул үҫтереп, ағас ултыртырға тейеш булғандай, һәр ҡатын-ҡыҙ ҙа аш-һыуға оҫта, ҡул эштәренә маһир булырға тейеш. Оҙон ҡыштарҙа кистәрен телевизорға, йә компьютерға ғына текәлеп ултырмай, сигеү сиккән, бәйләм бәйләгән ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ күп районыбыҙҙа. Дөмәй ауылында йәшәүсе Дилбәр Йосопова нәҡ шундайҙарҙың береһе.

Дилбәрҙең халҡыбыҙ шөғөлдәренә маһирлыгы бәләкәйҙән килә. Ҡаҙыр ауылы һылыуы мәктәпте уңышлы тамамлап, Өфө сәнғәт-техник лицейында белем ала һәм хеҙмәт юлын Ҡаҙыр урта мәктәбендә башлай. 1995 йылда Дөмәй егете Глүс Сәлихйән улы менән сәстәрен сәскә бәйләй һәм Дөмәй урта мәктәбендә пионервожатый булып эшен дауам итә. Белемен камиллаштырыу маҡсатында ситтән тороп М.Аҡмулла ис. Башҡорт дәүләт педагогия университетының сәнғәт-график факультетын тамамлай. Әлеге ваҡытта уҡыусыларға рәсем, технология дәрестәренән белем биреп, уларҙы һүрәт төшөрөү, бәйләү-сигеү серҙәренә төшөндөрә. Мәктәп китапханаһында ла эшләй.

Буш ваҡыты булдымы, айырыуса ҡышҡы оҙон кистәрҙә Дилбәр яратҡан шөғөлөн ҡулдан төшөрмәй, яңынан-яңы биҙәктәр табып, күҙ яуын алырлыҡ ижад эштәре менән ауыл Советы ауыл биләмәһе, район кимәлендә үткән күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Уларҙы туғандарына, дуҫтарына, таныштарына бүләк итә.

Тормош иптәше Глүс менән ике балаға ғүмер биреп, Наиләләре - Өфө сәнғәт академияһында 4 курста, Гөлсәсәк М.Аҡмулла ис. Башҡорт дәүләт педагогия университетында 3 курста белем ала. Дилбәр килен булып төшкән көндән алып ҡәйнәһе Нәсибә апай менән уртаҡ тел табып, бер түбә аҫтында йәшәй.

Шундай матурлыҡты үҙ ҡулдары менән тыуҙырыусы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ булғанда боронғонан килгән халҡыбыҙ йәүһәрҙәре бер ҡасан да юғалмаҫ, тип ышанаһы килә.
Читайте нас: