САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
6 Декабрь 2019, 18:47

Балалар теләп йөрөй

Дөмәй ауылындағы балалар баҡсаһында 15 сабый тәрбиәләнә. Төрлө йәштәге балалар менән эшләү тейешле программалар ярҙамында тормошҡа ашырыла.
Кескәйҙәргә тәрбиә һәм белем биреүҙә, сәләмәтлектәрен һаҡлау һәм нығытыуҙа барлыҡ саралар һөҙөмтәле файҙаланыла. Учреждениела бының өсөн бөтә шарттар ҙа тыуҙырылған. Тәрбиәселәр Люциә Баянова, Гөлнара Сабирова, тәрбиәсе ярҙамсыһы Рәмзиә Моратова, повар Рәфинә Тимербаева үҙ вазифаларын намыҫлы башҡара. Улар балаларҙы яҡты йөҙ менән ҡаршы ала. Кескәйҙәргә юғары сифатлы продукция менән төрләндерелгән туҡланыу ойошторолған. Рәфинә Әмин ҡыҙы бешергән аштарҙы сабыйҙар яратып ашай.
Бында халҡыбыҙҙың боронғо йолалары, милли ғөрөф-ғәҙәттәре, төрлө байрамдар даими үткәрелеп тора. Балалар унда шиғырҙар ятлап һөйләйҙәр, йырҙар йырлайҙар, бейейҙәр,– ҡыҫҡаһы, үҙҙәренең һөнәрҙәрен күрһәтеп, ата-әсәләрен һөйөндөрәләр. Шулай уҡ районда үткән төрлө конкурстарҙа әүҙем ҡатнашып, уңышлы сығыш яһайҙар.
Читайте нас: