САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
6 Декабрь 2019, 18:58

Бәйгенән – призлы урын яулап

Белем биреү учреждениелары педагогтарының ижади әүҙемлеген арттырыу маҡсатында Башҡортостандың Мәғәрифте үҫтереү институты “Электрон белем биреү саралары ҡулланылған иң яҡшы дәреҫ” конкурсын ойошторҙо. Был бәйге Саҡмағош гимназияһы уҡытыусылары араһында да ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.

Ноябрь ахырында бәйгелә еңеүселәрҙе һәм лауреаттарҙы ҡотлау тантанаһы үтте. Бүләкләнеүселәр араһында гимназия педагогтары ла булыуы айырыуса һөйөнөслө. Әлеге ҙур бәйгелә физика уҡытыусыһы Л.М.Арыҫланова, биология уҡытыусыһы Р.З.Әхмәтова, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Э.Ф.Бәҙретдинова, иглиз теле уҡытыусыһы Э.Д Бакирова III призлы урынды яуланылар. Йәмғиәт белеме уҡытыусыһы А.Д.Әрҙәширова II урынға сыҡты. Уларҙың барыһына ла Дипломдар һәм “Базис” компанияһының ҡиммәтле бүләктәре тапшырылды.

Райондаштарыбыҙға артабан да еңел булмаған, әммә үтә лә яуаплы хеҙмәттәрендә уңыштар теләйбеҙ.
Рәзилә Арыҫланова.
Читайте нас: