Муниципаль район хәкимиәтендә һәр кесаҙнала район хәкиәмиәте башлығы Р.Ф.Ямалеев ҡатнашлығында Эшҡыуарлыҡ сәғәте үтә. Шуныһы ҡыуаныслы, был сараларға йәштәр ҙә йыш килә. Бөгөн дә йәш райондашыбыҙ мөрәжәғәт итте. Халыҡҡа һыу, йылылыҡ менән тәьмин итеү системаларын йыһазлау, аҫылмалы түшәмдәр монтажлау буйынса хеҙмәттәр күрһәтеү – бөгөнгө көндә иң ҙур һорау менән файдаланған эшмәкәрлек өлкәһе. Яңы эш башлау уйы менән килгән йәш эшмәкәр ошо проектты ҡарау тәҡдиме менән мөрәжәғәт итте һәм йыһазҙар алыр өсөн субсидия юллауҙа ярҙам һораны. Уға үҙ эшен асыуҙың тәүге этабы һәм бының өсөн талап ителгән дәүләт ярҙамын алыу өсөн нимәләр эшләргә, ниндәй документтар әҙерләргә кәрәклеге ентекләп аңлатылды.