САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
5 Декабрь 2019, 14:36

Иң яҡшы хат яҙыу дәресе

Рәсәй почтаһы йыл һайын үткәрелә торған «Иң яҡшы хат яҙыу дәресе» XVII Бөтә Рәсәй балалар хаттары конкурсына ахырғы нәтижәне сығарҙы. Быйыл унда 52 төбәктән уҡыусылар катнашты. Конкурста еңеүселәр һәм лауреаттар исемелегендә ете укыусы, шул иҫәптән Иванай мәктәбенән Инсаф Шафиҡов, Башҡортостан Республикаһыннан.
Инсаф хат-иншаны «Минең яратҡан әҙәби геройым» номинацияһында яҙған. Федераль жюри ҡарары менән ул махсус призға лайыҡ булған. Уны тантаналы шарттарҙа Дүртөйлө почтамты директоры Дамир Биглов тапшырҙы. Йәш яҙыусыны ҡотларға уның класташтары, дуҫтары, уҡытыусылары һәм әсәһе килгәйне.
Конкурсҡа барлығы 70 мең эш килде. Шулай булғас, Инсафҡа конкуренттар күп булды.
Әсәһе һөйләүенсә, теманы тиз һайлап алғандар. Инсаф әйткән: "Миңә Агния Барто шиғырынан Вовка оҡшаны". "Хатты тап уның адресына яҙғандар.
Читайте нас: