САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
5 Декабрь 2019, 14:14

Дума депутаты беҙҙә ҡунаҡта

Дәүләт Думаһы депутаты Фәрит Ғәниев эш сәфәре менән беҙҙең районға килде.

Ул Кушнаренко ауылының үҙе матди ярҙам күрһәткән «Шишмәкәй» балалар баҡсаһында булды. Депутат күләгә япмаһы төзөү өсөн Яңы Ҡормаш балалар баҡсаһына ла 127 мең һум аҡса бүлгәйне.
Балалар музыка мәктәбендә Фәрит Глүс улы ремонт эштәре барышы менән танышты, уҡытыусылар менән аралашты.
1-се Кушнаренко урта мәктәбендә спорт залын, теш дауалау кабинетын ҡараны. Һанлы һәм гуманитар профилдәрҙәге «Үҫеш нөктәһе» белем биреү үҙәгенең заманса йыһазландырылған уҡыу бүлмәләрендә уҡыусылар менән әңгәмәләште.
Фәрит Ғәниев район мәғариф бүлеге начальнигы Рәмилә Ибәковака, 1-се урта мәктәп директоры Ринат Иҙрисовҡа, уның уҡытыу-тәрбиә эше буйынса урынбаҫары Ләйсән Нурмөхәммәтоваға Дәүләт Думаһының Маҡтау хаттарын тапшырҙы.
Беҙҙең хәбәрсе.


Читайте нас: