САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
5 Декабрь 2019, 18:02

Билдәһеҙ һалдаттарҙы иҫкә алып

Билдәле булуынса, 3 декабрь – суғыштарҙа һәм хәрби конфликттарҙа хәбәрһеҙ юғалған һәм һәләк булған яугирҙәрҙе иҫкә алыу көнө. Рәсәйҙә ул 2014 йылдан билдәләнә.

2 декабрҙә Саҡмағош районының Митрәй-Әюп ауылы мәҙәниәт йортонда Билдәһеҙ һалдатты иҫкә алыу көнөнә арналған сара үткәрелде. Анда башланғыс синыф уҡыусылары ҡатнашты. Балаларға был иҫтәлекле датаның аҫылы аңлатылды, илебеҙ тарихындағы быға бәйле иҫтәлекле ваҡиғалар тураһында һөйләнде. Сара ахырында улар мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм уҡытыусылары менән ауыл үҙәгендәге һәйкәлгә сәскәләр һалды. “Беркем дә онотолманы, бер нимә лә онотолманы” һүҙҙәре был көндөң девизына әүерелде.

Резеда Ниғмәнова,

Митрәй-Әйүп мәҙәниәт йорто мөҙире.
Читайте нас: