САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
5 Декабрь 2019, 18:21

Байрамға әҙерлек бара

Районда Яңы йыл байрамына әҙерлек эштәре әүҙем бара. Саҡмағош үҙәгендәге почтамт алдындағы майҙанда шыршы урынлаштырылып, төслө уттар менән биҙәлде дә инде. Әлеге ваҡытта боҙ ҡаласығы төҙөлә. Йылғанан боҙ плиталары ташыла, ҡаласыҡтың стеналары күтәрелә башланы.

Район үҙәгендәге ойошма-предприятиеләр, учреждениеләр биналарының фасадлары һәм улар тирә-яғы ла иртәнге сәғәттәрҙә һәм кистәрен төҫлө уттар менән балҡый. Биләмәлә олоһы-кесеһе йыл буйына көтөп алған байрамға әҙерлек бөтә ерҙә лә дауам итә.

Рәҙилә Арыҫланова.
Читайте нас: