САРМАНАЙ
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
5 Декабрь 2019, 13:20

Башҡорт телен заманса шарттарҙа уҡытыуҙы нисек бойомға ашырып була?

Ошо көндәрҙә Саҡмағош гимназияһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының район семинары үтте. Ул Федераль дәүләт белем биреү стандарттары талаптарын тормошҡа ашырыу шарттарында башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыу темаһына арналды. Кәңәшмә эшсәнлегендә райондың 16 уҡытыусыһы ҡатнашты.

Семинар сиктәрендә асыҡ дәреҫтәр, оҫталыҡ сәғәттәре, синыфтан тыш саралар күрһәтелде. 5 синыф уҡыусылары менән туған башҡорт теле буйынса сәйәхәт формаһындағы асыҡ дәреҫте уҡытыусы Г.З.Ғәбделбасирова үткәрҙе. Башҡорт теле дәүләт теле булараҡ өйрәнелгән 7 класта “Урал” йыры буйынса ошондай уҡ сараны уҡытыусы Г.Й.Шәмсетдинова тәҡдим итте. Мәктәп директорының фәнни-методик эшмәкәрлек буйынса урынбаҫары Г.М.Исламова «Уҡыусыларҙың ижади һәләтен асыуҙа үҫтереүсе уҡытыу технологияһын ҡулланыу” темаһына оҫталыҡ сәғәте күрһәтте. Кәңәшмә барышында “Взлетай” республика проекты сиктәрендә “Интерактив башҡорт теле” модуле буйынса занятие ла күрһәтелде. Уны уҡытыусы Г.Й.Шәмсетдинова әҙерләне.

Бынан тыш, “Үҫеш нөктәһе” һанлы һәм гуманитар белем биреү үҙәге педагогтары ла ҡыҙыҡлы һәм фәһемле мастер-кластар үткәрҙе. Семинарға килеүселәр музей буйынса виртуаль сәйәхәт ҡылды, бындағы матбуғат үҙәге, “Йәш журналист” берекмәһе эшмәкәрлеге менән таныштылар һәм башҡорт милли орнаментына нигеҙләнгән заманса байрам кейеме моделен эшләнеләр.

Башҡортостандың төзөлөүенә 100 йыл һәм халыҡ шағире М.Кәримгә 100 йәш тулыуға арналған «Башҡортостан – дуҫлыҡ иле, һәр бер милләт уның гөлө!» синыфтан тыш сараһын уҡытыусы С.М.Халиҡова үткәрҙе. Уның барышында шағирҙың әсәрҙәре яңғыраны, республикабыҙ халыҡтары бейеүҙәре, тыуған яҡты данлаған йырҙар башҡарылды.

Артабан семинар эшсәнлеге методик кафела дауам итте. Уның барышында кәңәшмәлә ҡатнашыусылар тикшерелгән мәсьәләләр буйынса тәжрибә уртаҡлашты, сараның, тәҡдим ителгән дәреҫтәр һәм мастер-кластарҙың юғары ойоштороу һәм методик кимәлдә үткәрелеүен билдәләнеләр.

Гүҙәл Исламова,

гимназия директорының фәнни-методик эшмәкәрлек буйынса урынбаҫары.
Читайте нас: