САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
3 Декабрь 2019, 18:12

Ҡыш бабайҙың ҡайһыһы яҡшыраҡ?

Күҙ асып йоморға ла өлгөрмәбеҙ, Яңы йыл да килеп етер. Барлыҡ мәктәптәрҙә, ойошмаларҙа тамашалар үтәсәк. Ә Ҡыш бабайһыҙ ниндәй байрам ти ул?
Ҡыш бабайҙың тыуған көнөндә балалар китапханаһында яратҡан тылсым эйәһен һайлау бәйгеһе үтте. Бында тик малайҙар ғына ҡатнашты. Улар алып барыусы әҙерләгән биремдәрҙе бик теләп башҡарҙылар:ҡағыҙҙан ҡар бөртөктәре киҫтеләр, Ҡыш бабайҙың сәләмләү һүҙен тасуири итеп уҡынылар, ихлас бейенеләр, бүләк тупланылар, эстәлеге йәшерелгән Яћы йыл хатын систеләр, табышмаҡтар әйтешеп, яуаптарын таптылар, ваҡытҡа маскарад костюмдарын кейеп ярыштылар. Конкурстар араһында «Ҡыш бабай тураһында нимә беләбеҙ?» тигән викторина һорауҙарына яуап бирҙеләр.
Бәйгегә йомғаҡ яһап, еңеүсе билдәләнде. Гимназияның туғыҙынсы синыф уҡыусыһы Эрик Миндияров иң яҡшы Ҡыш бабай исемен яуланы. Артислыҡ оҫталығы, етеҙлеге һәм зиһенлелеге өсөн ул символик бүләк – Ҡыш бабайҙыћ тылсымлы таяғы менән бүләкләнде.
Читайте нас: