САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
3 Декабрь 2019, 18:21

Тормошомдан ҡәнәғәтмен

Йырак 1929 йылда Ибраһим ауылында йәшәүсе Мәҙинә һәм Сибәғәтулла Хәбибрахмановтар ғаиләһендә Камил исемле малай донъяға килә. Улар алты малай үҫтерә. Ата-әсәләре балалары хаҡына алды-ялды белмәй колхозда хеҙмәт һалалар.
Камил етенсе синыфты тамамлап, хеҙмәт юлын башлай. Башта ололарға орлоҡ сәсеүҙә һәм уңыш йыйыуҙа ярҙамлашһа, бер аҙҙан уны тимерсе ярҙамсы итеп тәғәйенләйҙәр. Егеттећ тырышлығын күреп, ветеринария врачы ярҙамсыһы вазифаһын тәҡдим итә. 1961 йылда йәш, өмөтлө егетте Куйбышев исемендәге колхоз юлламаһы менән Шафран ветеринария училищеһына бер йыллыҡ курстарға ебәрәләр.
1955 йылдың ғинуарында яҙмам геройы мөхәббәте Миңнеямал менән тормош ҡора. Тиҙҙән уларҙын бергә йәшәй башлауҙарына ла алтмыш биш йыл тула.
Бөгөн Камил Хәбибрахман улы әйләнә-тирәлә хөрмәткә эйә мулла булараҡ билдәле. Оҙаҡ йылдар инде ул кешеләргә шатлыҡта ла, ҡайғыла ла ярҙам ҡулын һуҙа.
Хәбибрахмановтар ғаилә юбилейын ҡаршыларға әҙерләнә. Уларға парлы оҙон ғүмер теләйбеҙ!
Автор фотоһы

Читайте нас: