САРМАНАЙ
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
3 Декабрь 2019, 18:26

Артекта булдым

Миңә ошо көндәрҙә Халык-ара балалар үҙәге «Артек»та ял итеү бәхете тейҙе. Башҡортостандың төрлө ҡалаларынан һәм ауылдарынан ун бер бала ял иттек.
Беҙҙең отрядта ун дүртәр ҡыҙ һәм егет ине. Улар Мәскәү, Санкт-Петербург, Барнаул, Иркутск, Ҡазан һәм Рәсәйҙең башҡа ҡалаларҙан килгән. Беларусь Республикаһынан да барҙар ине.
Лагерға уҡыу алдынғылары һәм конкурстарҙа еңеүселәр йыйылған. Вожатыйҙарыбыҙ беҙҙең менән төрлө саралар үткәрҙе, экскурсия, походтарға алып сыҡты. Ялта һәм герой-ҡала Севастопольгә барҙыҡ. Ҡара диңгеҙҙә теплоходта йөрөнөк. Аю-Даг тауына менеп, бөтөн тирә-яҡты күҙәттек.
Төрлө түңәрәктәрҙә ҡатнаштыҡ. Ял итеү күңелле булһа ла, уҡыуҙы ла онотманыҡ, мәктәпкә йөрөнөк. Иртән физик күнекмәләр үтте. Футбол уйнаныҡ.
Ҡыҙыҡлы саралар менән ваҡыт үткәне һиҙелмәне лә.
Лагерҙа күп яңы дуҫтар таптым. Улар менән әле лә Интернет аша аралашабыҙ, телефондан һөйләшәбеҙ. Ҡырымдың үҙенсәлекле һәм бай тәбиғәте әле лә күҙ алдымда тора.
Илвир ГӘРӘЕВ.
Читайте нас: