САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
2 Декабрь 2019, 17:00

Хоккей сезоны асылды

Шәмбе көндө өстө ябыулы “Саҡмағош-Арена” һырғалағында шайбалы хоккей буйынса Башҡортостан Республикаһы Кубогының өсөнсө сезоны рәсми рәүештә асылды. Был көндө үткән ярыштарҙа Благовар районының “Темп” , Баҡалы районының “Баҡалы”, Дүртөйлө районының “Дюртюли М-GAZ”, Дәүләкән районының “Сокол” командалары уйын оҫталығында, етеҙлетә көс һынашты. Турнирҙа ҡатнашыусыларҙы муниципаль район хәкимиәте башлығы Р.Ф.Ямалеев сәләмләне һәм хоккейсыларға уңыштар, шатлыҡлы еңеүләр теләне.


Рәзилә Арыҫланова әҙерләне.

Мәғлүмәт һәм фотолар: муниципаль район хәкимиәте сайтыннан.
Читайте нас: