САРМАНАЙ
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
29 Ноябрь 2019, 17:48

Күңел йылыһын өләшеп

Тыуған ауылдарында төпләнеп, балалар үҫтереп, матур итеп донъя көтөүсе йәш ғаиләләрҙең булыуы һоҡланыу тыуҙыра. Шундайҙарҙың береһе – Анач ауылында ғүмер кисереүсе Петровтар.
Виталина һәм Денис Петровтар 2001 йылда сәстәрен сәскә бәйләй. Йәш ғаилә өс балға ғүмер бирә. Дарина Анач башланғыс мәктәбендә 2-се, Илона 1-се класта белем ала, ә Макарга – биш йәш.
Ғаилә башлығы «Илеш МТС» йәмғиәтендә ҡарауылсы булып эшләй, ә Виталина Владимировна бәләкәсе менән декрет ялында. Тырыш ғаилә ағҙалары хужалыҡтарында мал-тыуар аҫрайҙар, ҡош-ҡорт үҫтерәләр.
Шуны ла билдәләргә кәрәк, уларҙың йылы ғаилә усағынан, ата-ана һөйөүенән вафат ике бала күңел йылыһын тапҡан. Виталинаның ата-әсәһе мәрхүм булғас, Петровтар һеңлекәштәрен үҙ ҡанаты аҫтына ала. Елена – Нефтекамала күп профилле колледжда, Людмила Андреевка урта мәктәбендә 8-се класта белем ала.
Читайте нас: