САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
29 Ноябрь 2019, 16:21

Эшҡыуарлыҡ сәғәте үтте

Кесаҙна көндө муниципаль район хәкимиәтендә сираттағы “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үтте. Унда эш башларға йыйыныусы йәш райондашыбыҙ Вадим Исмәғилев автомобильдәр ремонтлау өсөн автосервис асыу тәҡдиме менән мөрәжәғәт итте һәм хәкимиәт етәкселәренән ер участогы алыуҙа ярҙам итеүҙәрен үтенде.

Проектты аныҡлап тикшергәндән һуң сарала ҡатнашыусылар уны этаплап тормышҡа ашырыу буйынса тулы мәғлүмәт еткерде. Бөтә тейешле документтар әҙерләнгәндән һуң йәш эшҡыуар хәкимиәткә яңынан саҡыраласаҡ.
Р.Арыҫланова әҙерләне.

Сығанаҡ: муниципаль район хәкимиәте сайты.
Читайте нас: