Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, «Хәүефһеҙлек мәктәбе» хәрәкәтенең республика ойошмаһы һәм Башҡортостан архитектура, төҙөлөш һәм коммуналь хужалыҡ колледжы башланғысы менән ғәмәлгә ашырылыусы «Еңел старттар» проекты сиктәрендә Кушнаренко ауыл хужалығы колледжында йәштәр араһында наркоманияға иҫкәртеү, сәләмәт тормош рәүешен формалаштырыуға бағышланған сара үткәрелде.
Проект төрлө хоҡуҡ боҙоуҙар өсөн иҫәптә торған балиғ булмағандар араһында эшсе һөнәрҙәрҙе популярлаштырыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Шулай ҙа төп саралар 9-11 синыф уҡыусыларына һөнәр йүнәлеше биреүҙе күҙ уңында тота.
Сараның спикерҙары – Башҡортостан архитектура, төҙөлөш һәм коммуналь хужалыҡ колледжы студенты Екатерина Веникова, ауыл хужалығы колледжы студенттары Алина Искәндәрова һәм Тимур Тулев гимназия һәм 1-се урта мәктәптең өлкән синыф уҡыусылары өсөн һөнәр йүнәлеше буйынса «Еңел старттар» уйынын үткәрҙе.
Проект үҫмерҙәргә хеҙмәт баҙарында ихтыяж ҙур булған һөнәр һәм белгеслектәр менән танышырға, буласаҡ һөнәрҙәрҙе һайлауға яуаплылыҡ менән ҡарарға мөмкинлек бирә. Уйын ваҡытында егеттәр һәм ҡыҙҙар һөнәрҙәр тураһында күп мәғлүмәткә эйә булдылар, төрлө ҡоралдар менән эшләү күнекмәләре алдылар.
Судьялар уйынға йомғаҡ яһаған арала Кушнаренко ауыл хужалығы колледжы директор ныңуҡытыу эшсәнлеге буйынса урынбаҫары Дилә Сәләхова уҡыу йорто менән таныштырҙы, мәктәп тамамлаусыларҙы колледжда уҡып, эшсе һөнәрҙәр алырға саҡырҙы.
«Еңел старттар»ҙы ойоштороусыларға – яңы белемдәр биреүҙәре, ә ауыл хужалығы колледжына сараны ойоштороуҙа ярҙамдары өсөн муниципаль район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте бүлеге рәхмәт белдерҙе.