САРМАНАЙ
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
28 Ноябрь 2019, 12:20

Йылы аралашыу

Район мәҙәниәт йортоноң «Соловушки» рус халыҡ йыры ансамбле ун биш йыл инде тамашасыларҙы үҙенең ижады менән ҡыуандыра. Күптән түгел Гөлназ Ханнанова-Нуриуллина етәкләгән коллектив Шәрип ауылындағы интернат-йортта йәшәүсе әбей-бабайҙарҙа ҡунаҡта булды.
Һәүәҫкәр артистар сараға ҙур яуаплылыҡ менән әҙерләнде. Йөрәк йылыһы менән һуғарылған сығыштар өлкән йәштәге райондаштарыбыҙҙы тулҡынландырҙы. Улар ихластан ҡушылып йырланы, устарын ҡыҙғанмай алҡышланы.
Кисәлә туған яҡ, мөхәббәт тураһында лирик һәм дәртле көйҙәр яңғыраны. Нэлли Никитенко, Ольга Михайлова, Александра Зесенко, Фәниә Хәйретдинова, Владимир Старцев, Рөстәм Якупов өлкәндәр яратҡан һуғыш осоро йырҙарын да ишеттерҙеләр. Башҡарыусылар виртуоз баянсы Айҙар Басыровҡа ҡушылып йырланы.
Күңел йылыһына мохтаж булғандарға хәстәрлек күрһәтеү – йәмғиәтебеҙ тормошоноң айырылғыһыҙ бер өлөшө. Ул ҡарттарҙа йәшәргә өмөт уята. Өлкәндәрҙең көләс йөҙҙәрен күреү, ҡабат осрашыуға килеү үтенесен ишетеү сараны ойоштороусы артистар өсөн иң ҙур бүләк булды.
Читайте нас: