САРМАНАЙ
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
28 Ноябрь 2019, 14:40

Тынғыһыҙ ветеран

Анач ауылында йәшәүсе Михаил Дмитриевты хөрмәт итмәгән, ололап өндәшмәгән кеше юҡтыр. Бцтщ ғүмерен мәғариф өлкәһенә бағышлап, Баҙытамаҡ урта, Ташкисеү төп, Анач башланғыс мәктәптәрендә эшләһә, 34 йыл Краснояр төп мәктәбендә директор вазифаһын башҡара. Тормош иптәше Рима Шәкерт кызы ла бар ғүмерен балаларға белем биреүгә бағышлап, уҡыусыларҙы урыҫ теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. Пенсияға сыҡҡас, улар тыуған ауылдары Аначка ҡайтып төпләнеп, ҙур йорт тергеҙеп инәләр. Дмитриевтар ике бала (Ирина, Сергей) тәрбиәләп үҫтереп, оло тормош юлына сығарғандар. Бөгөнгө көндә һәр ҡайһыһы ғаиләле, үҙ аллы донъя көтәләр.
Михаил Дмитриев ауыл старостаһы булып тора. Урындағы халыҡ мәнфәғаәттәрен ҡайғыртып, хәстәрләп йәшәй ул. Иң кәрәге, уларҙы борсоған мәсьәләләрҙе тиҙ арала уңай хәл итеү юлын таба. Шуға күрә ауылдаштары уға йыш ҡына мөрәжәғәт итә, рәхмәтле. Шулай уҡ тирә-яҡтағы шишмәләрҙе таҙартыу, тәртиптә тотоу, өмәләр ойоштороу һ.б. бихисап мәшәҡәттәр эсендә ҡайнай ул.
- Хәҙер ауылда һыу мәсьәләһе буйынса бер ниндәй ҡыйынлыҡтар юҡ, сөнки 2 км артыҡ һыу линияһы яңыртылды, яңы һыу ҡыуҙырғыс башняһы урынлаштырылды. Бының өсөн «Илеш МТС» йәмғиәте директоры Рәүис Зариповҡа рәхмәт һүҙҙәрен етткерәһе килә, - тип һөйөнөсө менән уртаҡлашты хеҙмәт ветераны Михаил Павлович.
Ағымдағы йылда Михаил Дмитриев «Башҡортостан Республикаһы төҙөлөүгә – 100 йыл» юбилей миҙалы менән бүләкләнде.
Читайте нас: