САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
28 Ноябрь 2019, 12:26

Шыршыҡай-матурҡай урынлаштырылды

Быйыл райондың төп шыршыһы Валентин Паширов исемендәге ял паркында урынлаштырылды. Мөһәбәт, ҡуйы ылыҫлы һәм ҡупшы шыршыны Кушнаренко ауылы урамдарынан юлыд иңләп, һындырмай, имгәтмәй алып килделәр.
Паркта йөрөүселәр уның йәнәшәһендә тороп, ә яҡын-тирәлә йәшәүселәр тәҙрәләренән ҡарап, ай ярым самаһы хозурлана ала.
Көтөп алған Яңы йыл байрамының төп гүзәлен һайлап алыу еңелдәрҙән түгел. Ә быйыл ҡупшыҡай бүләк итеп бирелде.
Район үҙәгендә йәшәүсе хаҡлы ялдағы Әнисә апай Әминева урындағы власҡа үҙенең участогында үҫкән шыршыны алырға тәҡдим итте.
–Үҙемә генә тимәгән, балалар, бөтә кушнаренколар, район ҡунаҡтары ла уға ҡарап һоҡланһын, – ти изге күңелле ханым.
–Шыршы бик матур, олоно төҙ, ботаҡтары ҡуйы һәм ҡабарынҡы. Әнисә апаға бындай йомарт бүләге өсөн ҙур рәхмәт, – тип белдерҙе Кушнаренко ауыл биләмәһе башлығы Ремик Ғәлиев.
Шыршыны «Башкирэнерго» хеҙмәткәрҙәре килтерҙе. Коммуналь хужалыҡ эшселәре уны ултыртып та ҡуйҙы. Ошо көндәрҙә ҡупшыҡайҙы биҙәү, боҙ ҡаласығын төҙөү башланасаҡ.
Читайте нас: