САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
28 Ноябрь 2019, 17:07

Рәжәптә юлдар төҙөк булһын тип

Муниципаль райондағы ауыл биләмәләрендә урындағы инициативаларҙы хуплау программаһында ҡатнашыу буйынса йыйылыштар үтте. Был ултырыштарҙа граждандар тәҡдиме менән төҙөкләндереү өсөн теге йәки был социаль объект билдәләнде.

Алдағы йылда был программала ҡатнашыу тураһында ҡарар ҡабул ителгән бындай йыйылыш күптән түгел Рәжәп ауыл Советында ла үткәрелде. Унда сығыш яһап, ауыл биләмәһе хәкимиәте башлығы Ф.Ф.Сәхибгәрәев был программаның районда бойомға ашырылыуы тураһында мәғлүмәт еткерҙе һәм унда ҡатнашыу шарттары менән таныштырҙы.

Был биләмәгә ҡараған ауылдарҙа йәшәүселәр өсөн көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе – юлдарҙы ремонтлау проблемаһы. Уларҙы төҙөкләндереү тураһындағы тәҡдимде йыйылышта ҡатнашыусылар бер тауыштан хупланы. Программаға ҡушылыуҙың өҫтөнлөклө маҡсаты итеп Рәжәп ауылының Үҙәк (уң яғы), Яр буйы (уң яғы), Баҙар

урамдары һәм Дүртөйлө урамының 200 метр оҙонлоҡтағы өлөшөн төҙөкләндереү тураһында ҡарар ҡабул ителде.
Р.Арыҫланова әҙерләне.

Мәғлүмәт һәм фото сығанағы: муниципаль район хәкимиәте сайты.
Читайте нас: