САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
28 Ноябрь 2019, 16:25

Мароккола еңеү

Касабланкала (Марокко) Урта һәм Ҡара диңгеҙҙәр буйҙары илдәренән жокейҙар чемпионатының өсөнсө этабы тәмамланды. Беҙҙең яҡташ, 31 йәшлек Вадим Сәлимханов, француз ҡатын-ҡыҙы һәм Ливия спортсыһын уҙып, ярыштарҙың еңеүсеһе булды һәм турнир таблицаһын етәкләне. Финал сабыштары декабрь башында Италия Сиракузында үтәсәк.
Быға ҡәҙәрәр беренсе этап Туниста уҙҙы һәм унда Вадим Сәлимханов дүртенсе булды. «Аҡбуҙат» ипподромында икенсе этап һөҙмәтәләре буйынса йомғаҡлау зачетында беҙҙең яҡташ беренсе урын алғайны.
Вадим Дүртөйлөлә үҫте, бала сағынан уҡ ат яратты:
- Миңә ике йәш тулғанда уылда атай-әсәйем мине күҙ уңынан ысҡындыра. Мин болонға сығып йүгергәнмен һәм бер ат янында тыныс ҡына уның ҡойороғо менән уйнайым икән, - тип хәтерләй Вадим Фирҙәүис улы. – 11 йәшемдә «Арғымак» ат-спорт комплексына яылдым. Сабыштағы беренсе тренерым Дамир Кашапов булды. Шунан Илдар Ѓәниевта конкур (ҡаршылыҡтарҙы еңеү) менән шөғөлләндем. Күпмелер ваҡыт үткәс, яңынан үҙемдең яратҡан сабыштарға ҡайттым. Мәктәптән һуң үҙемде башҡа өлкәлә һынап ҡараным, тик аттарға тартылыу һәм тиҙлек тигән төшөнсә өҫтөн сыҡты.
Бөгөн Вадим – Өфө ипподромының штаттағы жокейы. Төрле кимәлдәге ярыштарҙа актив сығыш яһап, үҙенең оҫталығын һәм тәжрибәһен арттыра.
- Үҙебеҙҙең «Арғымаҡ» ат-спорт комплексына керергә яратам, - ти ул. – Йыш килеп сыҡмай, әлбиттә. Төп күнекмәләрҙе мин бында алдым, уларһыҙ еңеүҙәрем булмаҫ ине.
Читайте нас: