САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
28 Ноябрь 2019, 12:17

Герой балалар

Кушнаренко ауылында йәшәүсе Айнур Якубов «Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә кеше ғүмерен ҡотҡарғанда күрһәткән шәхси батырлығы өсөн» миҙалы һәм диплом менән бүләкләнде.
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә шәхси батырлыҡ күрһәткән балалар һәм үҫмерҙәрҙе бүләкләү тантанаһы булды. «Герой балалар» Бөтәрәсәй гражданлыҡ-патриотик проекты сиктәрендә үткән сарала Ҡоролтай Рәисе Костантин Толкачев ҡатнашты.
Тантанаға гимназияның етенсе синыф уҡыусыһы Айнур Якубов саҡырылды. Ағымдағы йылдың апрелендә ул Тарабердин ауылында һыулы соҡорға төшкән баланы ҡотҡарыуҙа ҡатнаша. Һыуға батыусының ағаһы менән икәүләп баланы тартып сығаралар һәм ярҙам саҡыралар.
Айнур Константин Толкачев ҡулынан алған миҙал, диплом һәм иҫтәлекле бүләкте ғорурлыҡ менән синыфташтарына күрһәтте.
Безнең хәбәрче.

Читайте нас: