Көҙҙөң ҡышҡа ауышҡан, көндәр һалҡынайтып, ерҙе ҡырпаҡ ҡар ҡаплаған осоро элек-электән ауыл кешеләре көтөп алған ваҡыт булғандыр ул, моғайын. Сөнки тап ошо мәлдә иң күңелле хеҙмәт һәм күңелле ял байрамдарының береһе – ҡаҙ өмәләре башланған. Был көҙгө байрамдың тарихи тамырҙары алыҫ быуаттарға барып тоташа. Халҡыбыҙҙың иң яратҡан йола-байрамдарынан булған был өмәләр бөгөнгө көндә лә онотолмаған. Йыл һайын ошо осорҙа районыбыҙ ауылдарында үткәрелә улар.
Ошо көндәрҙә был байрам Гәрәевтар йортында ла үтте. Был тырыш ғәилә ағҙалары йылдың-йылында 25-30ҙар ҡаҙ аҫырай. Өмәлә көн дауамында уйын-көлкө, ауыл кешеһе өсөн күңелле булған мәшәҡәттәр тынып торманы. Ҡош-ҡорт таҙартыу эшендә ҙур тәжрибә туплаған апайҙар, ҡатын-ҡыҙҙар шаян һүҙҙәр һөйләй-һөйләй, күңелле итеп ҡаҙҙарҙы таҙартҡанан һуң, уларҙы һыу буйына боҙло һалҡын һыуҙа сайҡарға алып төштөләр.
Көҙгө муллыҡ, уңғанлыҡ-етеҙлек билдәһе булған был йоланың төп аҫылы – ауылдаштарҙың, күрше-күләндәрҙең, тыуған-тыумасаның күрешеп-аралашыу һөйөнөсө. Бындай саралар кешеләрҙе берләштерә, уларҙың күңелендә тырыш хеҙмәткә дәрт уята. Өмәләр – ҙур байрам, атай-олатайҙарыбыҙҙан беҙҙең көндәргә килеп еткән аҫыл мирас та ул.
Киндеркүл ауылы клубы мөҙире.