САРМАНАЙ
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
27 Ноябрь 2019, 16:01

Юл ҡәғиҙәләрен бел!

«Шишмәкәй» балалар баҡсаһының әҙерлек төркөмөндә «Юлда ҡағиҙәһеҙ ярамай!» тигән сара үтте. Ул балаларҙа юл ҡағиҙәләренән файҙаланыу күнекмәләрен нығытыу, төрлө хәлдәрҙә үҙҙәрен дөрөҫ тоторға өйрәтеүҙе маҡсат итеп ҡуйҙы.
Малайҙар һәм ҡыҙҙар ата-әсәләре менән бергәләп уйын рәүешендә юл хәрәкәте ҡағиҙәләре, юл билдәләре тураһында белемдәнәрен нығгыттылар, йәйәүле, пассажир, шофер сифатында сығыш яһанылар. Тәрбиәселәр һәм ЮХИДИ бүлексәһе инспекторы Илдус Әхмәтов һөйләгәндәрҙе иғтибарлы тыңланылар, үҙҙәре өсөн файҙалы күп мәғлүмәт үҙләштерҙеләр. Тәрбиәләнеүселәр әсәләре менән аппликациянан светофор яһанылар. Ҡатнашыусыларҙың барыһы ла Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнде.
Ата-әсәләре менән бергәләп үткәрелгән бындай саралар бик кәрәк тип иҫәпләйбеҙ. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен ныҡлы үҙләштергән балалар урамда үҙҙәрен дөрөҫ тотор тип ышанабыҙ.
Беҙҙен хәбәрсе.
Читайте нас: