САРМАНАЙ
-5 °С
Ясно
Төрлөһөнән
27 Ноября 2019, 10:53
Башҡалабыҙҙа «Рус йыры» VI Асыҡ фестивале үтте. Уны «Башҡортостан рустары соборы» төбәк ижтимағи ойошмаһы һәм Өфө ҡалаһы хакимиәте ойошторҙо.
Быйыл районыбыҙ беренсегә әлеге сарала ҡатнашты.
– Бында халыҡ һөнәрҙәре һәм декоратив-ҡулланма сәнғәт күргәҙмәһе ойошторолдо. Бында рус милли кейемдәре күрһәтелде. Фестивалдә Нуриман, Ҡырмыҫҡалы, Стәрлетамаҡ, Кушнаренко, Дәүләкән райондары, Бөрө, Ағиҙел, Октябрьск һәм Өфө ҡалаһынан һәүәҫкәр һәм профессиональ ижади коллективтары ҡатнашты. «Рус йыры» халыҡ ижадын һаҡлау һәм үҫтереү маҡсатында үткәрелә.Ысын сәхнә оҫталары менән бер сәхнәлә сығыш яһауыма сикһеҙ шатмын, – тине ул.
Конкурсҡа йомғаҡтар яһалғандан һуң Гүзәлиә Исламова дипломант исеменә лайыҡ булды. Уға тәжрибәле баянсы Рәфис Баҡыев уйнаны.
Гүзәлиәне ихлас ҡотлайбыҙ һәм алға таба ла ижади уңыштар теләйбеҙ.
Читайте нас