САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
27 Ноябрь 2019, 16:13

Балаларға ял паркы буласаҡ

Көҙҙөң һуңғы айы – ноябрь ауыл биләмәләрендә ваҡиғаларға бай булды. Урындағы башланғыстарҙы яҡлау республика программаһында ҡатнашыу мәсьәләһен тикшереүгә бағышланған граждандар йыйындары – шуларҙың иң мөһимдәре.
Кушнаренко ауыл биләмәһенең Подстанция төбәгендә үткән граждандар йыйынында балалар ялы өсөн парк булдырырға кәрәк тигән фекергә килделәр. Бында күпселеге йәштәр йәшәй, балалар йылдан-йыл ишәйеп тора. Шунлыҡтан был мәсьәләнең күтәрелеүе ғәжәп тә түгел.
Ауыл биләмәһе башлығы Ремик Ғәлиев программаға һайлап алыу шарттары менән таныштырҙы, башлап йөрөүселәр төркөмөн һәм граждандарҙы актив булырға, яҙын ағас һәм ҡыуаҡлыҡтар ултыртыу буйынса өмәләрҙә берҙәм ҡатнашырға саҡырҙы.
Беҙҙен хәбәрсе.
Читайте нас: