САРМАНАЙ
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
26 Ноябрь 2019, 17:33

Янғын хәүефе кәмей

Иҫке Ҡормаш ауыл биләмәһе автономлы насосы булған тағылмалы янғын һүндереү техникаһына эйә булды.
Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының Өфө районындағы янғын һүндереү бүлексәһе биләмәһендә шундай ун ете берәмек техниканы муниципаль райондарға тапшырыу тантанаһы үтте.
Сарала Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Премьер-министр урынбаҫары Ирек Сәғитов, БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәисе Фәрит Ғүмәров һәм башҡа рәсми заттар ҡатнашты.
Беҙнең районға бүленгән техниканы Иҫке Ҡормаш ауыл биләмәһе башлығы Фларит Ғирфанов ҡабул итеп алды.
Ҡала һәм райондар өсөн янғын һүндереү техникаһы Башҡортостанда 2030 йылға ҡәҙәр янғын һүндереү-ҡотҡарыу көстәрен үҫтереү стратегияһын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә республика бюджеты иҫәбенә һатып алынды.
Беҙҙең хәбәрсе.
Читайте нас: