САРМАНАЙ
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
26 Ноябрь 2019, 17:23

Әсәләр хөрмәтенә

Ноябрҙең һуңғы йәкшәмбеһендә илебеҙҙә һоҡланғыс байрам – Әсәләр көнө билдәләнде. Уға берәү ҙә битараф ҡала алмай, сөнки, нисә йәштә булыуыбыҙға ҡарамаҫтан, һәр ҡайһыбыҙға әсәй, уның һөйөү наҙы, кәңәштәре кәрәк.
Район музыка мәктәбендә лә ошо байрамға бағышланған кисә булды. Уҡыусылар әсәләре һәм ҡартәсәләренә бүләк итеп концерт әҙерләне. Фойела декоратив-ғәмәли ижад бүлеге уҡыусылары рәсемдәренән «Һинең өсөн, ҡәҙерле әсәйем!» тигән күргәҙмә ойошторолдо.
Ата-әсәләр балаларҙың сығыштарын һоҡланып һәм улар өсөн ысын күңелдән һөйөнөп ҡараны. Кисә күңелдәрҙә изгелек, яҡшылыҡ тойғолары ҡалдырҙы.
Беҙҙең хәбәрсе.
Читайте нас: