САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
26 Ноябрь 2019, 17:36

Мөғжизәгә ышанам

Көҙҙөң һуңғы айы районыбыҙҙың дүрт ғаиләһенә көтөлмәгән бүләк яһаны – фатир алыуға хоҡуғы булған йәки етемҡалған бала булараҡ, улар Николаев урамындағы йортта фатирға эйә булды. Район хакимиәте башлығы Руслан Ғизәтуллин бәхетле яҡташтарыбыҙға тантаналы рәүештә торлаҡ асҡыстарын тапшырҙы.
Диана Шәрипова яңы фатирынан ҡәнәғәт ҡалды. Бында һыу ингән, таҙа, йылы, уңайлы, яҡшы ремонт яһалған, яңы плитә тора, ванна... Бындай торлаҡты ҡыҙ күптәнән көтә, хатта фатирлы буласағына өмөтө лә юғала башлаған икән.
– Телефондан миңә фатир бирәсәктәре тураһында ишеткәс, үҙ ҡолағыма үҙем ышанманым. Шунан бирле мөғжизәләр булыуына ышанам. Донъя йөҙөндә бөгөн минән дә бәхетлерәк кеше юҡтыр һымаҡ. Хәҙер ҡыҙым менән ҡайтыр еребеҙ бар, – ти ул.
Эльза Моратшина шулай уҡ фатирлы булды. Ул да 34 квадрат метрға хужа булыуына һаман да ышанып бөтә алмай тора.
– Тиҙҙән ғаиләбеҙ тағы ла тулыланыуын көтәбез, бәбәйебеҙ больницанан үҙ йортона ҡайтасаҡ. Барыбыҙ исеменән дә дәүләт ярҙамы өсөн рәхмәт белдерәм, – тине Эльза.
Яңы фатирға күсенеү мәшәҡәте районыбыҙҙың тағы ике вәкилен – Артур Дәүләтгәрәйев һәм Денис Старцевты ла көтә.
Беҙҙең хәбәрсе.
Читайте нас: