САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
26 Ноябрь 2019, 17:14

Байрамға әҙерлек башланды

25 ноябрҙә Республика Хөкүмәтендә төбәк Башлығы Р.Ф.Хәбиров үткәргән оператив кәңәшмәлә башҡа көнүҙәк мәсьәләләр менән бер рәттән Яңы йыл байрамы сараларын үткәреүгә әҙерлек барышы ла тикшерелде.

Байрам көндәрендә үткәреләсәк саралар тураһында Башҡортостан Хәкимиәте вице-премьеры Фәнүр Йәғәфәров һөйләне.

20 декабрҙә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында республика күләмендәге Яңы йыл шыршыһы байрамы була. Унда 780 уҡыусы ҡатнашыр, тип көтелә.

Мәскәү ҡалаһының Дәүләт Кремль Һарайында үткән ил күләмендәге байрамда беҙҙең республиканан 114 бала ҡатнаша, уларҙы 28 педагог һәм табиб оҙатып йөрөй.

11 ғинуарҙа Башҡортостан дәүләт опера һәм балет театрында “Аксаков шыршыһы” үтә. Унда сәләмәтлеге торошо буйынса мөмкинлектәре сикле булған һәм ауыр тормош хәлендә ҡалған ғәиләләрҙә тәрбиәләнеүсе балалар саҡырыла.

Дөйөм алғанда, Яңы йыл каникулдары көндәрендә тоташ республика буйынса күп һанлы мәҙәни-масса һәм спорт саралары үткәрелә, уларҙа балалар ҙа, өлкәндәр ҙә ҡатнаша ала.

БР Хөкүмәте вице-премьеры – төбәктең торлаҡ-коммуналь хужалығы министры Б.Беляев әйтеүенсә, бөтә муниципалитеттарҙа Яңы йыл шыршылары 10 декабргә ҡәҙәр урынлаштырыла. 1099 боҙ ҡаласығы йыһаҙланыр тип планлаштырыла. 566 шуғалаҡта боҙ ҡатырылып, 1266 боҙ тауы булдырыла. Ҡала һәм райондарҙа 1782 шыршы биҙәлә.

Башҡортостандың 9 ҡалаһында быйыл беренсе тапҡыр пикселле шыршылар урынлаштырыла. Улар заманса Яңы йыл декоры менән сағыу ут-яктылыҡ эффекттарын берләштереп эшләнгән. Бындай шыршыларҙың иң ҙурыһы – 32 метр бейеклектәгеһе – Өфөнөң Салауат Юлаев майҙанында буласаҡ.

–Быйыл беҙ Яңы йыл биҙәлешендә бер аҙым алға атлайбыҙ, беҙҙә ял итеү өсөн матур урындар барлыҡҡа киләсәк, – тип йомғаҡ яһаны был мәсьәлә буйынса төбәк етәксеһе Радий Хәбиров.


Сайтҡа Рәзилә Арыҫланова әҙерләне.

Мәғлүмәт һәм фото сығанағы: Башҡортстан Республикаһы Хөкүмәтенең рәсми сайты.
Читайте нас: