САРМАНАЙ
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
26 Ноябрь 2019, 18:12

Бәхетле ғүмер кисереүсе Шәйхуловтар

Сәмле хеҙмәт юлы үтеп, үҙҙәренә алмашҡа тырыш балалар үҫтереп, аҡыллы кәңәштәре менән ярҙам итеүсе, күптәргә өлгө булырлыҡ, бәхеттәрен тыуған ерҙә тапҡан, Анач ауылында ғүмер кисереүсе Надежда һәм Борис Шәйхуловтарҙың ғаилә ҡороп йәшәүҙәренә ағымдағы йылда 50 йыл тулды.
Ғаилә башлығыбөтә ғүмерен балаларға белем биреүгә арнаһа, Надежда Миңнебай кызы тормошон ауыл хужалығы тармағы менән бәйләп, «Заря коммунизма» колхозында башта һарыҡ ҡарай, лайыҡлы ялға сыҡҡансы быҙау ҡараусы булып тир түгә. Улар 1969 йылда ғаилә усағы ҡабыҙа һәм Бористың тыуған ауылы Аначҡа ҡайтып төпләнәләр. Тырыш, берҙәм ғаилә күркәм, ҙур йорт тергеҙеп сыға, ихата тултырып ҡош-ҡорт, мал-тыуар аҫрай. Шайхуловтарҙың йорто әллә ҡайҙан балҡып ултыра. Уның эсе лә зауыҡ менән биҙәлгән, өҫтәүенә, хужабикәнең төрлө ҡул эштәре урын алған.
Балалары ла, ата-әсәләренә оҡшап, тәртипле, тырыш булып үҫә. Улдары, ҡыҙы хәҙер үҙ аллы тормош көтә.
Читайте нас: