САРМАНАЙ
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
25 Ноябрь 2019, 11:46

Район үҙешмәкәрҙәре смотры бара

Район биләмәһендә халыҡ ижаты коллективтары фестивале старт алды. Үҙешмәкәр сәхнә оҫталарының быйылғы “Башҡортостаным – ерем, йырлы төйәгем” тип исемләнгән бәйгеһе республиканың 100 йыллыҡ юбилейына арнала. Ижади бәйгене асҡан Бәшир ауыл биләмәһе үҙешмәкәрҙәренән эстафетаны ҡабул итеп, 21 ноябрҙә Үрнәк ауыл Советына ҡараған Аблай, Үрнәк, Көсәкәй, Киндеркүл ауылдары мәҙәниәт йорттарында эшләп килгән ижади коллективтары сығыш яһаны.

Үҙешмәкәрҙәрҙең фестиваль сиктәрендәге сығыштары дауам итә. Үткән йомала Яңы Ҡото ауыл биләмәһенә ҡараған ауылдарҙа йәшәүсе сәхнә оҫталары сығыш яһаны. Бөгөн Рәжәп ауыл Советына ингән ауылдарҙағы мәҙәниәт йорттарында эшләүсе ижади коллективтар һәм айырым башҡарыусыларҙың концерты эстафетаны дауам итә.


Рәзилә Арыҫланова.

Фотоларҙа: Үрнәк ауыл Советы үҙешмәкәрҙәре сығыштары.
Читайте нас: