САРМАНАЙ
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
22 Ноябрь 2019, 16:46

Донъя йәме – балаларҙа

Һәр бала үҙ ризығы менән тыуа. Сабыйын беренсе тапҡыр күкрәгенә ҡыҫҡан әсәнән дә бәхетлерәк, бала һөйөүенә төрөлөп йәшәгән атайҙан да ғорурыраҡ кеше, шат ауаздарға күмелгән йорттан да яҡтырак мөхит бармы икән донъяла? Илеш районының Һеңрән ауылында йәшәүсе Земфира Фәтхуллина – биш балаға ғүмер бүләк иткән бәхетле әсә.
Земфира Фәүәрис ҡыҙы 2002 йылда Һеңрән ауылының уңған егете Дамир Тимершәех улы менән ғаилә ҡора. Бәхетле пар күркәм йорт тергеҙеп сыға. Өйҙәре тирә-яҡҡа йәм биреп ултыра, ихатаға инеү менән бар нәмәнең урынында тороуы, тәртип булыуы күҙгә ташлана. Йорт эсенең дә зауыҡ менән биҙәлеше, бөхтәлеге – бында уңған хужабикә тороуына ишара.
Фәтхуллиндар ғаиләһендә үҫкән балалар изге күңелле, шат һәм бөхтә булыуы менән айырылып тора. Оло ҡыҙҙары Эльвина Мәскәү ҡалаһында стоматология клиникаһында теш табибы ассистенты булып эшләй. Рубин Ҡаҙыр урта мәктәбенең 10-сы, Руфина – 8-се, Рафаэль 6 кластарында белем ала. Балаларҙың барыһы ла уҡыу алдынғыһы, тик яҡшы билдәләргә өлгәшә. Бәләкәй улдары Алмазға әле ике йәш.
Читайте нас: