САРМАНАЙ
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
21 Ноябрь 2019, 17:25

Яуаплы ҡараш йәштән тәрбиәләнә

Күптән түгел Саҡмағош гимназияһында пенсия тураһындағы мәғлүмәттәрҙе арттырыу буйынса дәреҫ үткәрелде. Был көндө мәктәпкә РФ Пенсия фонды идаралығының Саҡмағоштағы бүлеге начальнигы Л.Р.Мостафина өлкән синыфтар уҡыусыларына пенсия системаһының аҫылы, эш башлауҙың тәүге көнөнән үк дәүләт пенсия тәьминатына хоҡуҡ биреүсе хеҙмәт биографияһын булдырыу ҡәғиҙәләре, буласаҡ пенсияның күләменә йоғонто яһаусы факторҙар тураһында һөйләне, пенсия фонды хеҙмәттәренән электрон форматта файҙаланыу мөмкинлектәре менән таныштырҙы. Сара барышында шулай уҡ нимә ул мотлак пенсия страховкасы системасы ағҙаһы булыу, СНИЛС таныҡлығының билдәләнеше, пенсия иҫәпләү, уны алыу өсөн мотлаҡ булған эш стажы кимәле һәм башҡа мәсьәләләр тикшерелде.

Әле пенсия йәшенә етер өсөн алда бик оҙайлы ваҡыттары булһа ла, уҡыусылар Ләйсән Рауил ҡыҙы һөйләгәндәрҙе ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңланы, әңгәмә ахырында һорауҙар ҙа күп булды. Уҡыусыларға күрһәтмә материалдар да таратылды. Уларға пенсия күләменә йоғонто яһаусы төрлө тормош хәлдәре һәм факторҙары мисалдары индерелеп, аңлатмалар да бирелгән. Был мәсьәләләр бөгөнгө уҡыусылар өсөн айырыуса мөһим һәм көнүҙәк – сөнки тап бына был үҫмерҙәргә киләсәктә үҙ пенсиялары күләмен яңы ҡәғиҙәләр буйынса формалаштырырға тура киләсәк.

Бындай форматта үткәрелгән дәреҫтәр йәш быуын вәкилдәрендә пенсия культураһын һәм үҙҙәренең буласаҡ пенсияһын туплауға яуаплы ҡараш формалаштыруға булышлыҡ итә.
Айгөл Әхмәтйәнова,

гимназия директорының уҡытыу-тәрбиә эшсәнлеге буйынса урынбаҫары.
Читайте нас: