САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
21 Ноябрь 2019, 17:44

Шатлык нуры бөркөлә

Ҡыпсаҡ ауылында Әхмәтйәновтар йорто алдына килеп туҡтауға уҡ бында уңған ғаилә йәшәүе әллә ҡайҙан күҙгә ташланды – мөһабәт, иркен йорт, төҙөк абар-ҡура.
Ғаилә башлығы Илнур Фәүәҙә һәм Хәлис Әхмәтйәновтарҙың күп балалы ғаиләһендә донъяға килә. Аҡкүз урта мәктәбенән һуң Өфөлә ДОСААФ мәктәбендә уҡып, водитель һөнәрен үҙләштерә. Краснодар өлкәһендә армия сафтарында намыҫлы хеҙмәт итеп, һалдат бурысын да үтәй. Тыуғана яҡтарына иҫән-имен әйләнеп ҡайтҡас, «Сөн» кооперативында малсы булып эшләй башлай. 2015 йылдан «Урожай» тоҡомсолоҡ заводы йәмғиәтендә «К-700» тракторын хеҙмәтләндерә. Төрлө мөһим кампанияларҙа әүҙем ҡатнашып, уңышҡа лайыҡлы өлөш индерә.
Изалиә Йәмилә һәм Хәнәфи Шәймурзиндарҙың уңған ғаиләһендә тыуып-үҫә. Урта мәктәптән һуң Нефтекама педагогия училищеһында белем ала. Хеҙмәт юлын кенәз-Йылға башланғыс мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып башлай. Әлеге ваҡытта Аҡкүз урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте түңәрәген етәкләй, китапханасы һөнәрен башҡара. Ситтән тороп юғары уҡыу йортон тамамлай.
17 йыл элек йәшлек мөхәббәтен төп йортҡа килен итеп төшөрә Илнур. Бына шул ваҡыттан алып күркәм пар тормош йөгөн бергә һәм тигеҙ тартып, күптәргә өлгө булып тора. Улар ике ҡыҙға һәм бер малайға ғүмер бүләк итеп, уларға яҡшы тәрбиә биреү өсөн барыһын да эшләйҙәр. Ҡыҙҙары Илүҙә – Кушнаренко күп профилле колледжында, Нәҙилә Аҡкүз урта мәктәбендә 6 -сы класта уҡый, улдары Тимурға алты йәш. Изалиә килен булып төшкән көндән алып ҡәйнәһе Фәүәҙә апай менән уртаҡ тел табып, бер фекерҙә булып йәшәй.
Читайте нас: