САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
21 Ноябрь 2019, 17:53

Беҙҙен егет булдыра!

Яҡташыбыҙ, Теләкәй ауылы егете Марс Ғабдуллин өҫтәл теннисы буйынса сәләмәтлектәре сикләнгән ҡатнашыусылар араһында уҙғарылған халыҡ-ара, Рәсәй бәйгеләрендә яҡшы уйын күрһәтеп, уңышлы сығыш яһай. Марс Фирҙәүис улы Рәсәй кубогына ойошторолған өҫтәл теннисы буйынса бәйгелә – беренсе, Рәсәй чемпионатында – бронза призеры, Ҡытайҙа, Голландияла үткән халыҡ-ара турнирҙа – өсөнсө, Финляндия, Чехия, Словения илдәрендәге ярыштарҙа бишенсе урынды яуланы.
Читайте нас: