Ошо көндәрҙә Өфөләге республика Хәрби Дан музейында «BashMult» республика фестиваль-конкурсы ойошторолдо. Уның сиктәрендә был бәйгелә ҡатнашыусыларҙы бүләкләү тантанаһы ла булды. Әлеге бәйгегә 60тан ашыу эш тәҡдим ителде. Уларҙы айырым ҡатнашыусылар, балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре, анимация студияларында шөғөлләнеүселәр, республика мәктәптәре уҡыусылары конкурс комиссияһына ебәргән. Ағымдағы йылда фестиваль-конкурс Башҡортостан Башлығы грантына тормошҡа ашырылды.
Саҡмағош беренсе урта мәктәбендә уҡытыусы Лилиә Хәмит ҡыҙы Гәрәева етәкселегендә уңышлы эшләп килгән “Вспышка” мультфильмдар студияһы өсөн был конкурста ҡатнашыу бик тә уңышлы булды. Был ижади коллектив “Күңелһеҙ булмаған классика” номинацияһында I урынды яулап еңеүсе булды һәм төп приз – «BashMult» статуэткаһы менән бүләкләнде.
Был сарала ҡатнашыусылар шулай уҡ Башҡортостандың мультфильм төшөрөүселәре, режиссерҙары һәм рәссамдары менән дә осраштылар. Интерактив майҙансыҡтарҙа оригами эшләү буйынса мастер-класстар үтте, конкурста ҡатнашыусылар төшөргән мультфильмдар һәм “Би-Ба-Бо” ҡурсаҡ театры тамашаһы күрһәтелде, күңел асыу-уйын саралары ойошторолдо. Фотозонала фестиваль билдәһе булған «BashMult» уйынсыҡ айыуы менән иҫтәлеккә фотоға төшөргә лә мөмкинлек булды.