САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
20 Ноябрь 2019, 12:28

Дүртөйлөлә «Мостай осрашыуҙары»

Дүртөйлө ҡала китапханаһы «Тулҡын» әҙәби-ижад берләшмәһе менән берлектә, мәҙәниәт, мәғариф бүлектәре идаралары, РФ Яҙыусылар, Журналистар берлектәре ағзалары ҡатнашлығында «Мостай осрашыуғары» тип аталған әҙәби конкурс үткәрҙе.
Ул халыҡ шағирыны 100 йыл тумуға һәм Башҡортостан Республикаһы төзөлөүҙең 100 йыллығына арналды.
Конкурста 10 йәштән алып 25 йәшкәсә мәктәп уҡыусылары һәм йәштәр ҡатнашты. 50 эш - рус, башҡорт, татар, мари, инглиз телдәрендәге шиғырҙар, бәләкәй прозаик әҫәрҙәр тәҡдим ителде.
Беренсе дәрәжә дипломанттар булып Рината Ғизәтуллина (Әсән), Дамира Сәхипова (Ҡаңғыш), Юлиә Араптанова (Мәскәү) танылды. Икенсе дәрәжә дипломға Сабина Мурзаева (Исмаил), Илмира Ғөлемова (Әсән), өсөнсө дәрәжә дипломға - Азалия Сәлимгәрәева (башҡорт гимназияһы) лайыҡ булды.
«Иң ҡыю» номинацияһында диплом инвалид балалар өсөн Иҫке Байыш интернатынан етәкселәре Орҡоя Мөхәмәҙиева булған Вячеслав Кириллов и Наил Нурғалиевҡа бирелде. «Юмор өсөн» номинацияһында Илгизә Шәйәхмәтова (Кукҡуян), «Тыуған телде һаклаған өсөн» номинацияһында Элена Шараева (күп профилле колледж), «Сит телде яҡшы өйрәнгән өсөн» номинацияһында Айгөл Хәбибрахманова (3-нсө һанлы гимназия) еңеүсе тип табылды.
Конкурсанттарҙы сағыу художестволы номерҙар менән ҡотларға Дүртөйлө балалар музыка мәктәбенән Әлмир Закиров, Рената Хәлиуллина, Илнара Миндәүләтова килде. Күп профилле колледждан Лилия Шәрифйәнова матур итеп башҡорт бейеүе бейене.
Читайте нас: