САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
19 Ноябрь 2019, 11:44

Яңы грейдер ҡайтты

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың техника паркы яңы автогрейдер менән тулыланды.
Бындай ҡеүәтле грейдерға мохтажлыҡ ҙур ине. Сөнки ҡышҡы осорҙа урам юлдарын еңел тракторҙар менән генә таҙартыу күп ваҡытты ала. Урамдарға ошо ауыр техника сыҡҡандан һуң хәл үҙгәрәсәк. Ҡышын район үҙәге урамдарын ҡарҙан таҙартыуға төрлө маркалы һигеҙ берәмек техника йәлеп ителәсәк.
Был автогрейдерҙы һатып алыуға 6 миллион 234 мең һум аҡса республика һәм район бюджеттарынан бүленде.
Яңы техниканың асҡысы тракторсы-машинист Мөнир Ғәләүевҡа тапшырылды.
Читайте нас: