САРМАНАЙ
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
19 Ноябрь 2019, 17:40

Толерантлыҡ – дуҫлыҡ, тыныслыҡ нигеҙе

Билдәле булуынса, 16 ноябрҙә Халыҡ-ара толерантлыҡ көнө билдәләнде. Ул ЮНЕСКО ойошмаһы тарафынан 1995 йылда, ойошманың 50 йыллығы айҡанлы иғлан ителде. Ошо көнгә арнап Киндеркүл ауылы мәҙәниәт йортонда “Кешеләр Ере – телдәр һәм мәҙәниәттәр Ере” темаһына әңгәмә үткәрелде. Сараны үткәреүҙең маҡсаты – унда ҡатнашыусыларҙы “толерантлыҡ” төшөнсәһе, толерантлыҡ принциптары Декларацияһы менән таныштырыу, был төшөнсәнең төп һыҙаттарын билдәләү, коллективизм, берҙәмлек, үҙара хөрмәт һәм башҡа халыҡтарҙың ғөрөф-ғәҙәттәренә, традицияларына һәм мәҙәниәттәренә хөрмәт хистәрен тәрбиәләү. Әңгәмәлә ҡатнашыусы балалар алда һанап үтелгән мәсьәләләрҙе тикшереүҙә әүҙем ҡатнашты, үҙ аҫылына киң мәғнәне алған был төшөнсәнең килеп сығышы, билдәләнеше һәм ниндәй кимәлдә көнүҙәк булуы тураһында фекер алышты.
Раушания Гәрәева,

Киндеркүл ауылы мәҙәниәт йорто мөҙире.
Читайте нас: